Оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте вице-премьеры һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 2022 йыл аҙағына төбәктә аҙыҡ-түлек етештереү индексы 103 процент тәшкил иткән, был Рәсәйҙең уртаса кимәленән 2,6 процентҡа юғары.
Тармаҡ предприятиелары 150 миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Был - Волга буйы федераль округында ҙурлығы буйынса бишенсе күрһәткес.
Атап әйткәндә, шәкәр (6,7 тапҡыр) һәм үҫемлек майы (6 тапҡыр) етештереү эске ихтыяждан күпкә артығыраҡ. Шулай уҡ картуф (155 процент), сусҡа ите (130 процент), һөт (121 процент), һыйыр ите (107 процент) етештереү республика баҙары ихтыяждарын тулыһынса ҡаплай. Шуның менән бер үк ваҡытта ҡош итен, он изделиеларын, сырҙарҙы һәм йәшелсәләрҙе эшкәртеүҙе арттырыу мөмкинлектәре лә бар.
«Аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереү программаһы буйынса беҙ яңы ярҙам саралары әҙерләйбеҙ», — тине Илшат Фәзрахманов. — Ойошмалар ҡорамалдар алыуға киткән сығымдарҙың 40 процентын ҡайтарып алырға мөмкин. 40-тан ашыу предприятие производствоһын яңыртырға — дөйөм 130 миллион һумға 100 берәмек ҡорамал һатып алырға өлгөрҙө. Түләнгән субсидия күләме 50 миллион һум тәшкил итә. 2023 йылда был йүнәлеш буйынса республика бюджетынан 100 миллион һум аҡса бүленәсәк.
2023 йылға 160 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештерергә планлаштырабыҙ, тип өҫтәне вице-премьер. Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн 36 тармаҡ инвестиция проекты тормошҡа ашырыла ла инде.
Башҡортостан Башлығы аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү буйынса Волга буйы федераль округының тәүге өс төбәге иҫәбенә инеү бурысы хаҡында иҫкәртте.
– Әлбиттә, ҙур проекттар беҙҙең күрһәткестәрҙе яҡшы күтәрәсәк. Әммә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе дәртләндереү ҙә берҙәй мөһим, – тине Радий Хәбиров.