«Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһының «Һәр баланың уңышы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу буйынса 13 февралдән 13 мартҡа тиклем республика балалар технопаркы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институты менән берлектә спорт программалауы буйынса республика олимпиадаһын үткәрә.
Олимпиада ике этапта уҙғарыла:
Беренсе этабы 13 февралдән 13 мартҡа тиклем дистанцион рәүештә ойошторола;
Икенсе этап март айында хакатон форматында үткәрелә.
Олимпиадала ҡатнашыу өсөн 10 мартҡа тиклем ошоларҙы эшләргә кәрәк:
– Moodle системаһында теркәлеп, тест үтергә;
– Башҡортостан Республикаһының өҫтәмә белем биреү навигаторында теркәлергә;
– һылтанма буйынса анкетала теркәлергә.
Олимпиадала ҡатнашыусы һәр кеше программалау буйынса ярыштар сайтында үҙ аллы теркәлергә тейеш, сөнки теркәлеү үткәс, ҡулланыусыларҙы раҫлау үткәреләсәк.
Бәйләнеш өсөн телефон: (347)276-34-76; e-mail: [email protected] (с пометкой в теме письма «Спортивное программирование») отдел НТиИТУ.
Фото: Т. АМАНОВ.