Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 17:30

Бик фәһемле дәрес биргән

Бер көн башланғыс класс уҡытыусы таҡтаға ошолай тип яҙып ҡуйған: 9 х 1=7, 9 х 2=18, 9 х 3=27, 9 х 4=36, 9 х 5=45, 9 х 6=54, 9 х 7=63, 9 х 8=72, 9 х 9=81, 9 х 10= 90.  Яҙып бөткән дә, уҡыусыларына ҡараған. Беренсе миҫалы дөрөҫ булмағанға барыһы ла пырхылдап көлөп ебәргән.

Бик фәһемле дәрес биргән
Бик фәһемле дәрес биргән

Шул ваҡытта уҡытыусы:

– Һеҙҙе нимәгәлер өйрәтер өсөн беренсе миҫалды махсус рәүештә дөрөҫ яҙманым. Дөрөҫ яҙылған 9 миҫалды күрһәгеҙ ҙә, бер кем дә мине маҡтаманы. Бер миҫалды дөрөҫ яҙмаған өсөн минән көлөп, тәнҡитләнегеҙ. Донъя һеҙҙең миллион тапҡыр яҡшы эшләгән эшегеҙҙе ҡәҙерләмәҫ, тик яңылыш эшләгәнегеҙ өсөн һәр ваҡыт тәнҡитләйәсәк. Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Көслө булып ҡалығыҙ һәм алға барығыҙ, – тип, балаларға бик фәһемле дәрес биргән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: