Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 22:30

«Баш ите ашатыу» йолаһы ла бар

Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан ҡунаҡсыл, егәрле Зөлфиә һәм Радик Зәйҙуллиндар ғаиләһе ошондай борондан килгән «Баш ите ашатыу» йолаһын үткәрҙе.

«Баш ите ашатыу» йолаһы ла бар
«Баш ите ашатыу» йолаһы ла бар

Уны  бешереп, табын йыйып, аят та уҡыттылар. Ҡунаҡтар ил-йортобоҙ имен, тыныс торһон, хужаларҙың малдары  күп, ишле булһын, йортона- бәрәкәт, үҙҙәренә - һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп доға ҡылды.

Мәжлестә мал-тыуар, тәбиғәт күренештәренә ҡағылышлы әйтемдәр, ырымдар, мөнәжәт әйтелде. Мул табын артында һыйланып, аралашып, изге теләктәрҙе еткереп,оло рәхмәттәр белдереп тә таралыштылар.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: