Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Саҙрыев һәм башҡа яҡташ журналистарыбыҙ Донбассҡа алғы һыҙыҡҡа барған. Был турала Азат социаль селтәрҙә яҙған:
– Донбассты һаҡлаусылар Князь һәм Батяня. 2014 йылдан алып үҙ ерҙәре өсөн һуғышалар. Йәйен улар хаҡында «Позывной Князь» тип аталған махсус репортаж эшләгәйнем. Бөгөн улар менән йәнә осраштыҡ. Улар беҙҙең репортаждарҙы ҡараған һәм беҙҙе, ҡурҡыу белмәҫ башҡорттар, тип маҡтаны. Луганскиҙың олпат офицерҙарынан бындай һүҙҙәрҙе ишетеү шатлыҡлы. Улар беҙгә алғы һыҙыҡҡа атлыҡмаҫҡа кәңәш итте. Әммә беҙҙең егеттәр унда, һәр береһе яҡындарына һәм туғандарына сәләм ебәрергә теләй. Артабан да эшләйәсәкбеҙ.