Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә Стәрлетамаҡта һәм Салауатта "Таҙа һауа" федераль проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко үткәрҙе.
Кәңәшмәлә шулай уҡ РФ Тәбиғәт ресурстары министрлығы, Роспотребнадзор, Росприрадзор вәкилдәре ҡатнашты.
Виктория Абрамченко һүҙҙәренсә, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙән ялыуҙар килә. Вице-премьер был хәлгә аңлатма биреүҙәрен һораны.
– "Таҙа һауа" проектында ҡатнашыусылар исемлеге яңыртылды. Унда экологик бысраныу кимәле юғары булған ҡалалар инде. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ҡалаларҙа һауаның бысраныу кимәле түбән, әммә бүлеп сығарылған матдәләрҙең насар еҫе бар. Был йәшәү шарттарына йоғонто яһай. Салауат һәм Стәрлетамаҡ – быға асыҡ миҫал, – тине Виктория Абрамченко.
Вице-премьер Тәбиғәт ресурстары министрлығына һәм Росприроднадзорға предприятиелар менән берлектә бүлеп сығарылған зарарлы матдәләрҙең сығанағын һәм зыян күләмен билдәләргә ҡушты. "БСК" һәм "Газпром нефтехим Салават" ойошмалары экологик сараларға әҙер булыуын белдерҙе.
– «Газпром нефтехим Салават» һәм «Башкирская содовая компания» Тәбиғәт ресурстары министрлығы менән төҙөгән килешеүгә ярашлы, халыҡҡа мәғлүмәттәрҙе еткерәсәкбеҙ. Предприятиелар бүлеп сығарған зарарлы матдәләр күләме йылдан-йыл кәмей. Мәҫәлән, «Газпром нефтехим Салават» яҡын киләсәктә техник сера етештерә башлаясаҡ. Был бүлеп сығарылған зарарлы матдәләрҙең йыллыҡ күләмен 5 мең тоннаға кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Ойошмаларға артабан да бергә эшләргә һәм халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырырға тәҡдим итәм, - тине Радий Хәбиров.