Күркәм сараға ошо йыйынтыҡҡа ингән һуғыш осоро балалары - Ләлә Биишева, Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтар, Эрнст Юлбарисов, Әхнәф Тимербулатовтар, уҡыусылар һәм уларҙың тәрбиәселәре, уҡытыусылар йыйылды.
— Беҙҙең ил өсөн Бөйөк Ватан һуғышы - ул шундай һәр ваҡытта күҙ уңында торған, хәтерҙә булған темаларҙың береһе. Донъя шундай ҡоролған бит инде ул. Бөтә заманаларҙың ауырлығы ваҡыт үткәндән һуң һиҙелә. Һеҙ, балалар, ул ваҡытты киноларҙан ғына күреп беләһегеҙ, тарих дәреслегенән уҡыйһығыҙ. Минең үҙемдең дә ҡартатайым һуғышта булып ҡайтҡан. Ҡартәсәйем һуғыш йылдарында баҫыуҙа эшләгән, бөтә михнәттәрҙе күргән кеше. Улар бер ҡасан да шул ауырлыҡтар тураһында һөйләмәй торғайны. Беҙҙең быуын өсөн улар менән осрашып, күрешеп, аралашып һөйләшеү мөмкинлеге булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл ветерандар сафы һирәгәйә бара. Һеҙгә ундай мөмкинлек эләгеп бармай. Шул һуғыш осоронда бәләкәй, үҫмер булған инәй-олатайҙарыбыҙ бар. Уларҙан ошо осор хаҡында ишетергә мөмкин, - тине директор урынбаҫары Азамат Зәкир улы.
Был китапта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы осорҙа 9-сы мәктәптә уҡыған (әлеге гимназияла) һәм уны тамамлаған уҡыусыларҙың ауыр тормошо һүрәтләнә. Барлығы 50-нән ашыу шәхестең күптәргә өлгө булырлыҡ, фәһем алырлыҡ яҙмышы, уларҙың яулаған үрҙәре һәм ирешкән уңыштары тураһында бәйән ителә. Китаптың исем туйында саҡырылған һуғыш осоро балалары хәтирәләре менән дә уртаҡлашты, ҡыҙҙар һәм егеттәргә теләктәрен дә еткерҙе. Уларҙың һүҙҙәре уҡыусыларға бик фәһемле булғандыр, тип ышанғы килә.
Автор фотолары.