Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2023, 13:44

Белем усаҡтарында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған саралар үтәсәк

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Байрам  тел һәм мәҙәни төрлөлөккә һәм күп теллелеккә булышлыҡ итеү маҡсатында ЮНЕСКО тарафынан 2000 йылда булдырылған.  

Белем усаҡтарында  Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған саралар үтәсәк
Белем усаҡтарында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған саралар үтәсәк

Был көнгә арналған саралар 7 февралдә үк башланды.Туған тел көнөндә республикабыҙ мәктәптәрендә тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һәм  башҡаларында ла туған телдең матурлығы тураһында дөйөм мәктәп линейкалары, кластан тыш саралар, мәктәпкә килгән уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы милли кейемдәрҙә башҡортса сәләмләү ойошторола. Белем усаҡтарында уҡыусылар өсөн туған телдә «Туған тел. Төрлөлөктә берҙәмлек» тигән синыфтан тыш саралар уҙасаҡ.

7 февралдән 4 мартҡа тиклем 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында «Ағиҙел» уҡыусыларҙың төбәк-ара полилингваль олимпиадаһы үткәрелә. Сара бер нисә тел белгән һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү, туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеүгә теләк уятыу, уларҙы өйрәнеү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар контексында полилингваль белем биреүҙе үҫтереү маҡсатында балаларҙы донъяның мәҙәни мираҫына йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында уҙғарыла.

16 ғинуарҙан 10 мартҡа тиклем мәктәпкәсә ойошмалар тәрбиәселәре «Туған телдә белем биреү алып мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсында ҡатнаша.

13 февралдән 21-нә тиклем «Минең туған тел уҡытыусыһым» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Был акцияла ҡатнашыуға дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында  уҡыусылар, урта һөнәри һәм юғары белем биреү йорттары студенттары һәм уҡыусылары, уҡыусыларҙың ата-әсәләре йәки законлы вәкилдәре саҡырыла.

20 февралдән 24-нә тиклем белем биреү ойошмаларында уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн «Уҡы, ә мин тыңлайым!» тигән китап акцияһы уҙа. Фестивалдә ҡатнашыусылар туған телдәге әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе туғандарына, өләсәй-олатайҙарына, дуҫтарына уҡый.

20 февралдә БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһы иҫәбенә, шулай уҡ грант проекттары буйынса һуңғы өс йылда нәшер ителгән мәктәпкәсә, дөйөм белем биреү ойошмалары һәм өлкәндәр өсөн туған телдәр буйынса дәреслектәр, уҡыу-методик комплекттар, әсбаптар презентацияһы ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы милли гимназиялары һәм лицейҙары тарафынан күренекле яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар иҫтәлегенә арнап «Игебай уҡыуҙары», «Кейекбай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференциялар, «Халыҡ шағиры», «Биҙәк», «Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады» әҙәби-ижад конкурстары һәм фестивалдәре үткәрелә. Ошо конкурстарҙың һәм конференцияларҙың положениелары менән «Милли мәғариф» бүлегендә танышырға мөмкин.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: