Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы.
- Бөгөн Өфөлә «SMART-садовод» икенсе форумын ойошторабыҙ. Беҙ тиҫтә йылдар буйы хәл ителмәгән бик күп мәсьәләләрҙе ҡуҙғаттыҡ, тип әйтә алам.
Күп эшләнек. 79 баҡсасылыҡ ширҡәтендә юлдарҙы ремонтланыҡ, уларҙа 23 мең кеше йәшәй. СНТ-ларҙың эске инфраструктураһын үҫтерәбеҙ – баҡса эсендәге юлдарҙы ремонтлауға, кадастр эштәренә, контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырыуға компенсациялар ҡайтарҙыҡ. Рөхсәтһеҙ ҡыйлыҡтар, сүп-сар ташыу, транспорт хәрәкәте – был мәсьәләләр буйынса алға барыш бар. Элемтәселәр рменән бергә электр тәьминәтен яҡшырттыҡ.
Башҡортостандың ярты миллиондан ашыу халҡының баҡса участкалары бар. Күптәре өсөн был мөһим әһәмиәткә эйә, шуға күрә артабан да уларға ярҙам итәсәкбеҙ. Район, муниципалитет башлыҡтарына эш йөкмәтәсәкмен, баҡсасыларға ярҙам буласаҡ. Был маҡсатта «Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәте» республика конкурсын башларға тәҡдим итәм. Ун еңеүсе 500-шәр мең һум грант аласаҡ. Шулай уҡ эксперимент рәүешендә ололар күпләп йәшәгән ширҡәттәрҙә ФАП-та асасаҡбыҙ. Әгәр ихтыяж менән файҙаланһа, бөтә республика буйынса эшләйәсәкбеҙ.