Йәштәрҙә патриотизм тәрбиәләү, улар араһында алкоголизм, наркомания һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү, көрәште үҫтереү һәм популярлаштырыу турнирҙың төп маҡсаттары булып тора.
Яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин кубогына милли көрәш буйынса тәүге ярыштар 1990 йылда Йомағужа урта мәктәбендә үткәрелә. 1993 йылдан башлап был ярыштарҙа күрше райондарҙан да спортсылар ҡатнаша. Йылайыр районы хакимиәте башланғысы менән 1999 йылда ярыштар район-ара статусын ала. Йыл һайын турнирҙа Урал аръяғының 120-гә яҡын иң көслө спортсыһы ҡатнаша.
Әйткәндәй, Рафаэль Ҡолһарин Афғанстанда хеҙмәт иткән, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. 1981 йылдың 7 июлендә яуҙа дошмандың 9 ут нөктәһен юҡ иткән, ҡаты яраланған һәм госпиталдә яҡты донъя менән хушлашҡан.
Хәрби операция өсөн «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены һәм СССР Юғары Советының почет грамотаһы менән наградланған. Яугир иҫтәлегенә Йомағужа ауылында обелиск урынлаштырылған.
Фото: Т. АМАНОВ.