Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 16:35

Йәш ғалимдар хаҡында хәстәрлек күрелә

Башҡортостандың йәш ғалимдары – ғилми ойошмаларҙың һәм юғары уҡыу йорттарының ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәре хәҙер торлаҡ һатып алыуға дәүләт сертификаттары алыу мөмкинлегенә эйә.

Йәш ғалимдар хаҡында хәстәрлек күрелә
Йәш ғалимдар хаҡында хәстәрлек күрелә

Уларҙа ғәмәлдәге «Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан, уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһы ҡулланыла.
Йәш ғалим, әгәр ул эшләгән ойошма уны социаль түләү алыуға мохтаж тип тапһа, сертификат алыуы мөмкин. Программа шарттары элеккесә ҡала , улар – беҙҙең карточкаларҙа. Түләүҙең уртаса күләме – 3,5 миллион һум самаһы.

Башҡортостанда йәш ғалимдар өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса башҡа мөмкинлектәр ҙә бар. 2022 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың юғары һөнәри белем биреүсе дәүләт ойошмаларының йәш ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы тураһындағы Указы буйынса республика бюджетынан 200 миллион һум күләмендә субсидия бүленде. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға (ипотеканы ҡаплауға, йорт төҙөүгә, яңы торлаҡ һатып алыуға) 81 кеше аҡса алды.

– Буласаҡ Королёвтар һәм Курчатовтарҙың уңайлы, лайыҡлы шарттарҙа йәшәүе һәм эшләүе беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында. – Ижад итегеҙ, яңыһын булдырығыҙ, фәнде һәм бөтә тормошобоҙҙо алға ебәрегеҙ. Киләсәк – һеҙҙең ҡулда.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: