Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 14:04

Вуз-ара студенттар кампусы ниндәй булыр?

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса кәңәшмә үтте.

Вуз-ара студенттар кампусы ниндәй булыр?
Вуз-ара студенттар кампусы ниндәй булыр?

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса кәңәшмә үтте.

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, тәүге «IQ-парк» 2023 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ, икенсеһе — 2025 йыл аҙағында.

— Объекттар ваҡытында тапшырылырға тейеш. Беҙҙең бурыс — барлыҡ эштәрҙе графикҡа ярашлы тамамлау. Шуға күрә барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа йөкләмәләрҙе ваҡытында үтәргә һәм аҙна һайын отчет бирергә тейеш — тине Андрей Назаров.

Премьер-министр проект документацияһына һәм ер участкаһын юллау буйынса бурыстарҙы ваҡытында атҡарырға ҡушты.

— Киләһе аҙнала IQ-парк концепцияһын көтәм, ремонт эштәрен артабан дауам итергә кәрәк. Объекттар ғына түгел, ҡоролмалар урынлашасаҡ урынды билдәләргә кәрәк, — тине Андрей Назаров.

Андрей Назаров бынан алда Өфө вуздары вәкилдәре, ведомстволар етәкселәре менән бергә кампус урынлашасаҡ бинаны ҡарап сыҡты, проекттар менән танышты. Ул архитектура-дизайнер проектын аныҡ әҙерләргә, подрядсы ойошмаларҙы билдәләргә ҡушты.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: