

20-се гимназияның социаль селтәрҙәрҙә ике төркөмө бар. Тәүгеһе – яңылыҡтар һәм иғландар өсөн (https://vk.com/ugbg20com), икенсеһе – “Осҡон” балалар мәктәп ойошмаһы эше тураһында. (https://vk.com/xx_oskon).
Социаль селтәрҙәр уҡытыусыға:
– дәрескә әҙерләнеү
– һорау алыу
– мәғлүмәт еткереү
– уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән эш итеү йәһәтенән ярҙам итә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл, Уҡытыусы һәм остаз йылында, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Бәйләнештә социаль селтәре менән берлектә “Уҡытырға. Үҫтерергә. Илһамландырырға” акцияһын иғлан итте.
Үҙегеҙҙең социаль селтәр битендә уҡытыусыларығыҙ һәм остаздарығыҙ тураһында, уларға ни өсөн рәхмәтле булыуығыҙ хаҡында яҙығыҙ. Хештэгты ла онотмағыҙ: #УчитьВдохновлятьРазвивать2023 #ГодНаставника2023 #ГодПедагога2023
Тулыраҡ мәғлүмәт - видеояҙмала.