Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 10:08

СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды

Ул Стәрлетамаҡта урынлашҡан.

СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды
СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды

Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге аслыды. Был учреждение Башҡортостанда тәүге тапҡыр асыла. 

Хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындары үҙәктән ирекмәндәр ярҙамын алырға мөмкин, шулай уҡ юридик, медицина һәм психологик ярҙам күрһәтелә. Ярҙам итергә теләгәндәр эшҡыуарҙар ҙа учреждениеға мөрәжәғәт итә ала.

«Стәрлетамаҡта ярҙам үҙәген булдырыу хаҡында ноябрҙә үк предприятие директорҙары советы ултырышында хәл иткәйнек. Был тәҡдим менән совет рәйесе Эдуард Давыдов сығыш яһаны. Берҙәм эш һөҙөмтәһендә ҡыҫҡа ваҡытта үҙәкте әҙерләнек һәм йыһазландырҙыҡ. Ул ярҙамға мохтаж кешеләр өсөн файҙалы булыр тип ышанам», - тине Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов.

Ярҙам үҙәге киләһе адрес буйынса урынлашҡан: Хоҙайбирҙин урамы, 122. Эш ваҡыты: иртәнге сәғәт ундан киске унға тиклем, шәмбе – иртәнге сәғәт ундан төшкө икегә тиклем, йәкшәмбе – ял. Телефон һандары: 8(929)-75-74-892.

СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды
СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды
СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: