Тикшеренеү һөҙөмтәләре БР Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институты тураһында бизнес-берләшмәнең мәғлүмәтлелеген юғары кимәлдә күрһәтте. Респонденттарҙың 85 проценты ошо хаҡта әйткән.
Социологик һорауҙарға яуап биреүҙә республиканың төрлө муниципалитеттарынан 800 эшҡыуар ҡатнашты. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса һорау алынған эшҡыуарҙар составы башлыса киләһе тармаҡтарҙа тупланған: сауҙа (34%), йәмәғәт туҡланыуы (10%), көнкүреш хеҙмәттәре (7,5%), ҡунаҡхана һәм туристик бизнес (6,6%), белем биреү эшмәкәрлеге (6,3%), төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдары (5%), ауыл һәм урман хужалығы (5%), эшкәртеүсе производстволар (3,8%).
Фото: Т. АМАНОВ.