Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 16:50

SMART - баҡсасы форумы саҡыра

17-18 февралдә Өфөләге «Торатау» Конгресс-холында икенсе SMART -баҡсасы форумы уҙғарыла.

SMART - баҡсасы форумы саҡыра
SMART - баҡсасы форумы саҡыра

 Сараға бөтә республиканан баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре, шулай уҡ төбәк һәм федераль кимәлдәге эксперттар һәм белгестәр йыйыласаҡ.

   – Форум баҡсасылар өсөн иң уңайлы майҙансыҡҡа әүерелергә тейеш, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ,  БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. –  Коммерцияға ҡарамаған ойошма рәйесе йәки баҡсасы иң компетентлы сығанаҡтарҙан файҙалы мәғлүмәт алырға тейеш. Форумдың күп һанлы сараларында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырыу буйынса нюанстар ғына түгел, уларҙың эшмәкәрлегендәге юридик һәм иҡтисади аспекттар ҙа тикшереләсәк.

Бынан тыш, баҡсасылар өсөн бизнес вәкилдәренән оҫталыҡ дәрестәре, 11 үҫемлекселек һәм баҡсасылыҡ, һалым һалыу, электр менән тәьмин итеү, дәүләт ярҙамы, кадастр һәм картография, һаулыҡ һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге һәм экология өлкәһе белгестәре менән ҡаршылыҡһыҙ консультациялар зонаһы ойоштороласаҡ.

   Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар 2022 йылдың апрелендә тәүге форумда ҡабул ителде. СНТ-ларға дәүләт ярҙамының дөйөм күләме Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 116,6 миллион һум тәшкил итте. Ул 108 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенең инфраструктураһын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә, 74 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә юлдар ремонтланған, 16-һында - 2470 күсмә электр энергияһын үлсәү приборы ҡуйылған, 18-ендә сүп-сар контейнерҙары һатып алыуға сығымдар ҡапланған.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас