Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 17:40

Шайморатов уйындары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнала

Республикабыҙ район һәм ҡалаларында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 85 класс асылып, эшләп килә.  БР Мәғариф һәм фән министрлығы беренсе «Шайморатов кластары» асылғандан алып йыл һайын Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Кубокка Ҡышҡы һәм йәйге Шайморатов уйындарын үткәрә.

Шайморатов уйындары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнала
Шайморатов уйындары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнала

11 һәм 18 февралдә үткәргән уйындар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнала.  
Уйындар 2 этапта уҙғарыла:

Беренсе этап (һайлап алыу) – «Шайморатов кластары» командирҙар конкурсы 11 февралдә 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында үттте.

Икенсе этап (һуңғы) – 18 февралдә Күмертау ҡалаһының 10-сы мәктәбендә хәрби-спорт уйындарын уҙғарыла.


 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: