ФЕВРАЛЬ.
Өҫтәлем - тәҙрә янында.
Һүрән генә шәмем бар.
Йоҡлатмай февраль бураны,
Төнгө донъя уға тар.
Тик минең тәҙрәм төбөндө
Ҡаңғыра кеүек буран.
Йәне барҙыр - илай, һыҡтай,
Сеңләп алғандай була.
- Кем бар унда?
Һорауымды
Көткәндәр тышта - тоям.
Пәрҙәмдәге ек тә шикле,
Еткереп тартып ҡуям.
- Олой, - тип әйтәһем килмәй,
Үкһей буран, илай ул.
"Телеграм бағанаһын
Ҡурай итеп"* уйнай ул.
Быйыл февраль хәсрәтлерәк,
Ҡурайҙы ярыр зары.
"Ҡырыҫ көйҙәр"* сығарҙы гел
Икшәп тимер сымдарҙы.
...Изге ғазап - тулғаҡ тулап,
Ике улан тапҡайны.**
Ғүмерһеҙ ғүмер биргән шул,
Тапҡайны, юғалтҡайны.
- Олой... - тиер кемдер берәү,
- Һеү! Үҙ башыңа! - тиер.
"Әҙәмдәргә маҙаһыҙлыҡ
Килтереүселәр килер!"
22.02. 2017 йыл.
Рафаэль Сафин.
Юлай Кәримов фотоһы.