Асыҡ хаттың тулы тексы:
Хөрмәтле Әминә Ивний ҡыҙы!
Һеҙгә, йәмғиәтебеҙҙең йөҙөнә тап төшөрөүсе, бер уңайһыҙ һәм оят хәл тураһында белдереп яҙырға мәжбүрмен. Мөрәжәғәтемдә килтерелгән оятһыҙ материалдар өсөн алдан уҡ ғәфү үтенәм.
Һүҙемдең асылына килгәндә, мин Һеҙҙән "Башҡорт эстрадаһына" айырым бер ҡараш бүлеүегеҙҙе, тәнҡит һәм цензура йәһәтенән ҡаты саралар күреүегеҙҙе үтенәм!
Һуңғы йылдарҙа ижадтарында һүгенеү, асыҡтан-асыҡ оятһыҙ һүҙҙәр йырлаған бер-нисә "йырсы"ға күҙ йомғайныҡ, әммә хәҙер улар күберәк һәм йырҙарында ҡулланыуҙан тыш, асыҡтан-асыҡ күрһәтеп видеоларын да сығара башланылар. Бигерәк тә, Alzira тигән ҡыҙҙың "Бөтөр" тигән йырында милли кейем кейеп, оятһыҙ күренештәр башҡарыуы, йырының һуңындағы асыҡтан-асыҡ эротик һүрәтләмәләре бер ниндәй ҙә әҙәп, әхләҡ, кешелеклелек ҡалыптарына һыймай. Башҡорт халҡының ғына түгел, бар республика халҡының битенән алған был әҙәмгә "Бөтөр", "Ҡарале", "Выбирай" тигән оятһыҙ йырҙары өсөн бөтөнләй ауыҙ асып йырлауҙы тыйыу ҙа урынлы булыр ине. Әлбиттә, ике төрлө мәғәнә һалынған был "йырын" кешеләр туранан-тура аңлаһалар ҙа, унда "Минең менән мөнәсәбәтеңде бөтөр" тигәнде аңларға була, әммә видеоһы һәм йырының һуңындағы эротик тауыштары ғәфү ителмәҫлек бер оятһыҙлыҡ.
Был ҡыҙҙың ҡыланыштарынан Илгиз Абдрахманов та ҡалышмай. Һуңғы арала сыҡҡан "Шә-лә-лә" йыры һәм видеоһы, бынан бер-нисә йыл элек Buzz Crowd тигән кеше менән сығарған "Һигеҙ шәм" йыры, клибы ғына ни тора!
Йәғни, "Һигеҙ шәм"дә традицион булмаған йүнәлешкә ишара яһауҙары асыҡтан-асыҡ күренә. Был, берҙән, халҡыбыҙҙың таҙа исеменән мыҫҡыл итеү булһа, икенсенән, беҙҙең илдә тыйылған!
Был исемдәр араһында Наил БашСтайл исемле кеше, әлбиттә, алдынғылыҡты бирмәй. Һәр ваҡыт дискотекалар үткәреүсе был диджей үҙенең "йырҙарында" ниндәй генә оятһыҙ һүҙ ҡулланмай. Мин, уның ҡайһы бер "әҫәрҙәрен" үҙ ҡулдарым менән һеҙгә тыңларға тәҡдим итергә оялам, әммә "Оятсыз йыр" йәки "Эй, ........ биса" тигәне интернетта асыҡ ҡулланышта йөрөй һәм һәр бала, һәр йәш кеше уны тыңлай ала. Ә инде үҙҙәре өҫтөндә яңғыраған шул оятһыҙ һүҙҙәр аҫтында ҡыуанышып бейеп йөрөгән, пауза ваҡытында үҙҙәре үк хор менән "Ах, инәңдең б....." тип ҡысҡырған йәштәрҙе күргәс, мин хайран ҡалдым. Шул тиклем дә нисек үҙеңде хөрмәт итмәҫкә, шул тиклем дә үҙҙәрен мыҫҡыл итеүҙе нисек аңламаҫҡа, шул тиклем дә нисек түбәнселеккә төшөргә була икән?
Был күренештәрҙән һуң, мин Башҡорт милләте тураһына тағы бер тапҡыр ҡаты уйланып ҡалдым. Юҡҡа сығабыҙ бит, кеше булараҡ, милләт булараҡ...
Үҙебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, иҡтисадыбыҙ, көнкүрешебеҙ үҫешкән алдынғы республика булараҡ, төрлө республика, ил, халыҡ-ара сараларҙы лайыҡлы үткәрәбеҙ, Башҡорт телен үҫтереү, киңәйтеү йәһәтенән ҙур-ҙур эштәр башҡарабыҙ, йәмғиәтебеҙҙә мәҙәнилекте тәрбиәләү буйынса йыйылыштар уҙғарабыҙ, милләт өсөн янып-көйөп йәшәйбеҙ, ә үҙебеҙ бер-нисә әхләғе зәғиф кешеләргә бөтә ошо изге эштәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы, халҡыбыҙҙы мыҫҡылларға ирек бирәбеҙ. Үҙебеҙ, бигерәк тә бөгөнгө ҡатмарлы заманда, йәш быуында илһөйәрлек, рух тәрбиәләргә кәрәк, тибеҙ, хатта мәктәптәрҙә махсус синыф сәғәттәре лә уҙғара башланыҡ, әммә үҙебеҙ ошо әле ыуыҙ ғына булған йәш быуындың, бер-нисә тәрбиәһеҙ әҙәмдәр тарафынан, аңдарын ағыуларға мөмкинлек бирәбеҙ.
Әлбиттә, бында төп яуаплылыҡ, был музыкаль "әҫәрҙәрҙе" башҡарыусыларҙың үҙендә ята. Әммә ҡайҙалыр һыуыҡ окоптарҙа ас, өшөгән, яраланған туғаны, танышы, яҡташы, милләттәше йәшәү менән үлем араһында ғазап сиккәндә милли ҡиммәттәргә төкөрөп ҡарап гөлләмәләр, шампан тотоп, "мин һине шә-лә-лә" итәм тип эротика имитировать итеп йөрөгән Илгиз Абдрахмановтан нимә көтәһең?!
Икенсенән, йыр тип аталырға бер ниндәй ҙә хоҡуҡҡа эйә булмаған был "әҫәрҙәр", төҙөлөшө буйынса ла Башҡорт әҙәбиәтенең бер ниндәй ҙә ҡағиҙәләренә, Башҡорт шиғриәтенең бер ниндәй ҙә ҡалыптарына һыймай. Унда бер ниндәй ҙә көйлө генә шиғри һүҙҙәр, ритм, рифма, образлылыҡ, экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация кеүек шиғриәт ҡағиҙәләренә тап килеш юҡ.
Бигерәк тә мин исемен белмәгән, танымаған бер егеттең "торна", "тырма", "тырна" тигән һүҙҙәр араһында буталанғанынан һуң "яффаймать атай" тигән һүҙҙәренән, БашСтайлдың "Ах, инәңдең..." тигәненән һуң, миңә был балаларҙы донъяға килтергән атай, әсәйҙәре бигерәк тә йәл булып китте. Уларҙың ысын күңелдән ҡайғыларын уртаҡлашам...
Әммә шулай ҙа ысын ҡайғы ул беҙҙең барыбыҙға ла. Беҙ халҡыбыҙ менән нисек кенә алға, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылмаһаҡ та, бына ошондай антийырсылар беҙҙең йөҙөбөҙҙә, тарихыбыҙҙа, милли асылыбыҙҙа, рухи ҡиммәттәребеҙ тәңгәлендә ҡара тап булып торасаҡ. Әлбиттә, мин уларға тик милли, рухлы йырҙар ғына йырлап йөрөргә, тип әйтмәйем, әммә саф, матур мөхәббәт тураһында, ул-был ваҡиғаны ла йә ҡыҙыҡлы, йә ҡыҙғаныс итеп йырға һалып йырлап була бит. Эстәрендәге бар бысраҡлыҡты, мәғәнәһеҙлекте, тәрбиәһеҙлекте кешелеккә сығармай ғына.
Һүҙемде ошо урында йомғаҡлайым һәм, хөрмәтле Әминә Ивний ҡыҙы, был мөрәжәғәтемде бөтә халыҡ назарына сығарыуым өсөн, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән, фекерҙәрҙән торған миҫалдар килтергәнем өсөн Һеҙҙән тағы ла бер тапҡыр ғәфү үтенәм! Бөтә ғәм алдына сығарыу, бәлки, кәрәкмәҫ тә ине, әммә, был кешеләр бөтә глобаль селтәрҙә беҙҙең йөҙөбөҙҙән алғандары өсөн үҙҙәрен дә ғәм алдында фаш итеү дөрөҫөрәктер, тигән фекергә килдем. Ә инде был мәсьәләне хәҙер ошонда уртаға һалып, асыҡтан-асыҡ һөйләшмәһәк, оятһыҙ, бысраҡ һүҙҙәрҙән уңайһыҙланып һеҙ күрмәмешкә һалышһағыҙ, мин күрмәмешкә һалышһам, башҡалар күрмәмешкә һалышһа, артабан беҙҙең менән нимә буласаҡ? Беҙ балаларыбыҙға ниндәй йәмғиәт ҡалдырабыҙ? Йәш быуын бит тыңлай, үрнәк ала ундайҙарҙан... Шуға ла, беҙ йәшәгән республикала, беҙ йәшәгән йәмғиәттә бындай күренештәргә урын юҡ, тип иҫәпләйем!
Үҙ сиратымда "Башҡорт эстрадаһы"ның яңы һулыш алыуына, тәнҡит һәм цензура йәһәтенән ҡаты саралар күрелеүенә өмөт итеп ҡалам! Рухи сәләмәтлегебеҙ, милләтебеҙҙең киләсәге һеҙҙән, минән, беҙҙән тора!
Ихтирам менән: Таңсулпан Рәсүл, шағирә, И.Ғиззәтуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты.