Бында алған күнекмәләр һәм компетенциялар уҡыусыларҙың информатика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашырға, шулай уҡ йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнергә мөмкинлек бирәсәк.
Ғаризалар ошо һылтанма буйынса ҡабул ителә: https://clck.ru/33Xvhh.
Уҡыусыларҙы “Сириус” белем биреү платформаһында ла яһалма интеллектҡа өйрәтәләр. Тап ике программаға бер юлы балаларҙы йыялар:
1. Яһалма интеллект менән танышыу:
https://edu.sirius.online/#/course/1208
2. Машинала уҡытыуға индереү: https://edu.sirius.online/?#/course/1212
Лекциялар ҡарағыҙ, күнекмәләр яһағыҙ һәм йомғаҡлау проектын тормошҡа ашырығыҙ. Яңы белем биреү платформалары менән уҡыу мауыҡтырғыс процесҡа әүереләсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.