Һуңғы бер йылда ғына Аргентинаға Рәсәйҙән 6 меңгә яҡын йөклө ҡатын күсеп барған. Ни өсөн? Сөнки тап ошо илдә бала тыуған саҡта уға һәм ата-әсәһенә кисектермәҫтән гражданлыҡ бирелә, улар ситтән күсеп килгән хәлгә ҡарамаҫтан.
Ошо көндәрҙә Буэносс-Айросҡа Рәсәйҙән күсеп барған бер нисә ҡатынды кире бороп ҡайтарғандар. Артабан илдең миграция хеҙмәте гражданлыҡ алыуға талаптарҙы көсәйтергә йыйына.
Был хәлгә ҡарата социологтар ризаһыҙлыҡ белдерә, ошондай ваҡытта беҙ Аргентинаны түлләндереп ятырға тейешме ни, ти улар.