Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2023, 18:30

Уҡытыусылар өсөн шәп яңылыҡ

Башҡортостан уҡытыусылары Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыларына бирелгән премияларҙың береһен алыу мөмкинлегенә эйә.

Уҡытыусылар өсөн шәп яңылыҡ
Уҡытыусылар өсөн шәп яңылыҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйғандан һуң педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн премиялар һаны 1 250-гә етте. Премияға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән дә уҡытыусылар дәғүә итә ала. Тик эш стажы 3 йылдан да кәм, аҙнаһына эш йөкләмәһе 18 сәғәттән дә кәм булмаҫҡа тейеш.

200 000 һум күләмендәге премия Уҡытыусылар көнөнә федераль бюджет иҫәбенә түләнәсәк.

Президенттың указын ошонда ҡарағыҙ:. https://clck.ru/33VL3X.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: