Хәҙер барыһы ла бер урында. Әсәлек капиталы һәм йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса пособие, инвалидлыҡ буйынса пенсия һәм реабилитация саралары, шулай уҡ пенсия һәм балалар пособиелары, курорт-шифаханала дауаланыуға путёвка һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын Рәсәйҙең Социаль фондында алырға мөмкин.
2023 йылдың 1 ғинуарында барлыҡҡа килгән һәм Пенсия фонды менән Социаль страховкалау фондын берләштергән яңы структура хаҡында - Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының "Сәләм" тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа.
Хеҙмәттәр менән файҙаланыу хәҙер ябайлашты һәм күпкә уңайлы. Халыҡ Социаль фонд офистарына мөрәжәғәт итә ала, ә иң уңайлыһы - https://sfr.gov.ru/branches/bashkortostan/ сайтындағы шәхси кабинет аша йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә эшләү.
Һорауҙар менән Рәсәй Социаль фондының төбәк бәйләнеш үҙәгенә телефон аша мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-600-0221
Ентеклерәк - эфир яҙмаһында.