Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2023, 16:30

Конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә

– «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы быйыл етенсе тапҡыр уҙғарыла. Ул икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола. Йыл һайын ҡатнашыусылар ҙа, партнёрҙарыбыҙ һаны ла артыуы ҡыуаныслы. Барлығы 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул иттек. Рәсәйҙең 24 төбәгенән ҡатнашыусылар бар, – ти Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

Конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә
Конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә

 «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо конкурс хаҡында барҙы. Унда Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина,  Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлнара Кирәева, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағындағы махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәрҙең әсәләр һәм ҡатындар комитеты етәксеһе Резида Ильясова ҡатнашты.

Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы әйтеүенсә, конкурста  ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл күбәйә, географияһы ла киңәйә, яңы номинациялар булдырыла. Тәүге бәйгелә 150 ҡатын-ҡыҙ ғариза бирһә, икенсеһендә – 250, өсөнсөһөндә – 300, башҡа йылдарҙа 500-гә тиклем еткән. Бөгөнгө  көндә иң юғары награда - Рабиға Ҡушаева миҙалы 200-ҙән ашыу лайыҡлы ҡатын-ҡыҙға бирелгән.

Конкурс ике этапта уҙа: һайлап алыу этабы һәм финал. Бүләкләү тантанаһы «Торатау» конгресс-холында 2 мартта үтәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәтте беҙ төшөргән тура эфирҙан ҡарағыҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: