Был хаҡта Рөстәм Динислам улы социаль селтәрҙә хәбәр итте:
- Ҡыуанысым менән уртаҡлашҡым килә, дуҫтар. Өсөнсөгә атай булып, бәләкәсте йортобоҙға алып ҡайтып мәшәҡәтләнеп йөрөгән көнөбөҙ. Уңған килен ул таба тип, мине өсөнсөгә уллы иткән тормош юлдашым Айгизәгә, изге теләктәрен юллаусы барығыҙға ла оло рәхмәтемде белдерәм. Ата-әсәле, тәүфиҡле булып үҫһен ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа!
Ихлас ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!