Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраля 2023, 09:05

Ҡайғылы хәбәр

Башҡорт этнографияһына нигеҙ һалыусы арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың береһе Мирза Ғизетдин улы Муллағолов вафат булған. 

Ҡайғылы хәбәрҠайғылы хәбәр
Ҡайғылы хәбәр

Мирза Ғизетдин улы Муллағолов 1940 йылдың 20 мартында Бөрйән районының Аҡбулат ауылында тыуған. 7 балалы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫә.

1959 йылда М. Ғ. Муллағолов Байназар урта мәктәбен тамамлап, колхозға эшкә инә. Уҡытыусылыҡ эшен Ғәлиәкбәр мәктәбендә башлай. Балаларға рәсем буйынса белем бирә. 

Мәғариф өлкәһендә 40 йылдан ашыу эшләү дәүерендә бик күп  вазифалар башҡара: уҡытыусы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, директор, эколог, һынлы сәнғәт буйынса белгес, этнограф, фольклорсы, телсе, әҙәбиәтсе һәм яҙыусы, оҫта рәссам һәм фотограф, скульптор-дизайнер. 

Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алғас, ныҡлап фән эшенә тотона. 1974 йылдан 1992 йылға тиклем Иҫке Монасип мәктәбендә эшләй, балаларға заманса белем бирә, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса музей булдыра, уҡыусыларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Тап Монасип мәктәбендә ул үҙенең тормош иптәшен осрата һәм бәхетле ғаилә ҡора.  Янып эшләгән уҡытыусы үҙ юлын дауам итеүсеһен һәр саҡ таба. Уҡыусылары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәсүл Сәғитов, Земфира Яубаҫарова, Рәғиҙә Әйүпова һәм башҡалар әҙәбиәт юлын һайлаһа, Ильяс Муллағолов, Кәрим Бикмәтов, Сабит Бикмәтов һәм бишҡалар бөгөн рәсем, һынлы сәнғәт өлкәһендә балаларға белем бирә.

Марат Ғизетдин улы Әтек, Байназар,  Әбделмәмбәт мәктәптәрендә лә эшләп,  республикабыҙҙа алдынғы ҡарашлы, тынғыһыҙ, эҙәрмән уҡытыусы булып танылыу яулай. 1992 – 1998 йылдар дәүерендә Яуымбай мәктәбендә эшләй, уның тырыш хеҙмәте менән Яуымбай мәктәбе яңыса эшләгән өлгөлө мәктәп булып таныла. Тап Марат Ғизетдин улы эшләгән осорҙа уны «матурлыҡ мәккәһе»  тип йөрөтәләр.

1971—1999 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.

1989 йылда «Башҡорт халыҡ транспорты. XIX—XX быуат башы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа һәм уны Ленинградта уңышлы яҡлап сыға.

1999—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә этнология бүлеге мөдире була.

2006—2016 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының алдынғы ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

Бай тәжрибәле һәм алдынғы ҡарашлы педагог-ветерандың балаларға белем, тәрбиә биреү буйынса оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡлы баһаланды. Ул 1973 йылда Социалистик ярышта еңеүсе, 1975 йылда 9-сы биш йыллыҡ ударнигы, 1980 йылда РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, 1983 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шулай уҡ хөкүмәтебеҙҙең күп һанлы маҡтау грамоталарына лайыҡ була. 

Марат Ғизетдин улының хеҙмәттәрен ауылдаштары, райондаштары,  уҡыусылары, уҡытыусы коллегалары, ижадташтары онотмай, һәр саҡ ихтирам менән иҫкә ала. Оло шәхес ошондай баһаға хаҡлы рәүештә лайыҡ. Марат Ғизетдин улының иҫтәлеге үҙенең тыуған ауылында мәңгеләштерелде.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас