Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 16:59

Йәштәр ҙә бизнесҡа килә

Росмолодежь «ТВОЁ ДЕЛО» марафонын башлаған.

Йәштәр ҙә бизнесҡа килә
Йәштәр ҙә бизнесҡа килә

Унда ҡатнашыусылар үҙенең бизнес-планын әҙерләп, «ТВОЁ ДЕЛО. Молодой предприниматель России» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға мөмкин. Марафон яңы эш асырға теләгән эшҡыуарҙарға үҙ проектын тормошҡа ашырырға, эшҡыуарлыҡ һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә.

Марафонға 14 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҙә ҡушылырға мөмкин. Улар белгестәрҙәр бушлай белем, тәжрибә һәм кәңәштәр аласаҡ. 

— Бөтә Рәсәй программаһы йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. «Йэшлек.Бизнес» проектында беҙ федераль трендтар һәм йәштәргә ярҙам итеү йүнәлешендә эшләйбеҙ. Бизнес-остаздарҙан белем алыу, иң мөһиме, — тине БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: