Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 20:27

Күп функциялы үҙәктәр заманса алымдар менән эшләй

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников Башҡортостанға эш сәфәре барышында ЦУР-ҙа булды.

Күп функциялы үҙәктәр заманса алымдар менән эшләй
Күп функциялы үҙәктәр заманса алымдар менән эшләй

Унда Күп функциялы үҙәктәрҙең яңы эш алымдарын күрһәттеләр, улар ярҙамында реаль ваҡытта дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәренең эш һөҙөмтәләрен барырға мөмкин.

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова үҙәктәрҙең ЦУР мәғлүмәт-аналитика системаһы менән хеҙмәттәшлеге хаҡында һөйләне.

- Аналитик панелдә 9 идара итеү блогы бар, унда төп статистик мәғлүмәттәр, шулай уҡ күрһәтелгән хеҙмәттәр һаны, ҡулланыусыларҙың баһаһы күрһәтелгән. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса үҙәк офистарында уртаса сират көтөү ваҡыты 2 минут 35 секунд тәшкил итте, – тине Наталья Куприянова.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: