Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 14:00

«Бел шуны, мин гел һинең яныңда!»

Шәүрә исемле яҡташыбыҙҙың СВО-ла ҡатнашҡан һөйгәненә яҙған хаты. Имен-һау осрашырға насип булһын!

«Бел шуны, мин гел һинең яныңда!»
«Бел шуны, мин гел һинең яныңда!»

«Һаумы, йөрәккәйем, ҡәҙерлем, берҙән-берем, минең мөхәббәтем.

Һиңә күптән-күп ҡайнар сәләмдәремде, һағыныулы, һөйөү тулы мөхәббәтемде еткереп, хат яҙа һөйөклө кәләшең.

Һин минең ғорурлығым - батырым. Һин ил сигендә мине генә түгел, бөтә Рәсәй халҡын һаҡлап тораһың, минең өсөн оло бәхет. Тик минең тулы һөйөүемә һин етмәйһең. Төндәрен йоҡлай алмай һине уйлап сығам. Ҡайҙарҙа ғына, ниҙәр генә эшләп, ниҙәр генә ашап, ниҙәр генә уйлап йөрөйһөң икән, аҡыллым. Үҙем өйҙә булһам да бөтә уйым, күңелем менән һинең яныңдамын. Шул тиклем ныҡ һағындым, һағыштарым ошо аҡ ҡағыҙ битенә төшә. Һиңә еңелдән түгел, аңлап торам. Ни тиклем ҡыйын булһа ла, һөйөклөм, түҙергә тырыш. Бел шуны, мин гел һинең яныңда. Ниндәй генә эштәр эшләһәң дә, мин һинең яҡлы, гел һинең менән.

Беҙҙең өйҙә бөтәһе лә яҡшы, борсолма. Өйҙөң нурын һүндермәйенсә, мейес утын бөтөрмәйенсә, ғаилә усағын һаҡлап, һинең ҡайтыуынды көтә-көтә хаттар яҙып ултырам. Хызыр Ильяс юлдаш булып, имен-һау ғына, минең яныма ҡайтырһың тип өмөтөмдө өҙмәйенсә көтәм һине, батырым. Мин һине шул тиклем ныҡ һағындым, яратам, көтәм. Ҡайт тиҙерәк. Үҙеңде һаҡла. Ярай имен бул. Яратам.

Сәләм менән Шәүрәң».

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: