Киләһе йылда Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығы билдәләнәсәк. Ошо ваҡытҡа тиклем барыһы ла әҙер булырға тейеш, иң тәүҙә һәйкәлде күҙ уңында тотам, тине бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров.
Быға тиклем республика хөкүмәтендә Мортаза Рәхимов исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителгән, ә бөгөн күрһәтмәгә ҡул ҡуйылған.
Бынан алда, беренсе Президентыбыҙға һәйкәлде Шайморатов генерал скульптураһы авторы Салауат Щербаков эшләйәсәге билдәле булғайны. Мин һәйкәл элекке лидерыбыҙҙың мөһим шәхесен күрһәтергә теләйем, ул эшлекле, рәсми, һис бер пафосһыҙ булырға тейеш, тине Салауат Щербаков.