Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 12:00

Юлдыбай табип амбулаторияһы тарихынан

Һуғышҡа тиклем Йылайыр районының Юлдыбай ауылы дауаханаһы Совет урамындағы элекке амбулатория бинаһында урынлаша. Уны ҡаҙаҡтар таштан һалған.

Юлдыбай табип амбулаторияһы тарихынан
Юлдыбай табип амбулаторияһы тарихынан

1937 йылда ауыл ситендә дауахана бинаһына нигеҙ һалына. 1942 йылда фронттан яраланып ҡайтҡандан һуң, Шакирйән Сәйетов Юлдыбай дауаханаһының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире итеп  тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә йорт-ҡаралтыһы менән бергә бығаса һалынған дауахана бинаһы төҙөлә башлай. Дауахананы таштан төҙөйҙәр. Төҙөлөш эшендә  Юлдыбай ауылы халҡы әүҙем ҡатнаша. Ташты үгеҙҙә һәм атта ташыйҙар. 1950 йылда Кострома фельдшер-акушерлыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса Александра Иванова эшкә килә. Ул саҡта табип Галина Левичук-Соловьева була. Унан һуң Кәримә Хәсәнова табип булып эшләй, һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире Игорь Григорьевич Петров була.  Ул ваҡытта Юлдыбай Матрай районына ҡараған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: