Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 18:49

"Төбәктең иҡтисадын үҫтереү буйынса һөйләштек!"

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән ултырышта төбәк иҡтисадын үҫтереү буйынса һөҙөмтәләр һәм пландар хаҡында һүҙ барҙы.

"Төбәктең иҡтисадын үҫтереү буйынса һөйләштек!"
"Төбәктең иҡтисадын үҫтереү буйынса һөйләштек!"

— Бер нисә мөһим бурыс һәм башланғыстар хаҡында ҡыҫҡаса һөйләйем. Ил иҡтисадын комплекслы үҫтереү өсөн төбәк-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтеү. Башҡортостанда үҙәге булған бер нисә төбәк ҡатнашлығында Евразия иҡтисади үҙәген булдырыу ошо мәсьәләне һөҙөмтәле хәл итеү юлы булып тора. Был проекттың концепцияһын беҙ Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты менән берлектә әҙерләнек, ғариза Иҡтисад үҫеш министрлығына ебәрелгән дә инде. Ситтән йәлеп ителгән инвестициялар күләмен арттырыу. Бер нисә яңы инструмент индерергә йыйынабыҙ. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам. Федераль кимәлдә эшҡыуарлыҡ кэшбэгы индерергә тәҡдим иттек. Максим Геннадьевичҡа Өфөлә РФ субъекттары иҡтисад министрҙарының йыл һайын үткәрелеүсе федераль кәңәшмәһен үткәреү тураһында мәсьәләне ҡарарға тәҡдим иттек. Хуплау алынды, программа өҫтөндә эшләй башлайбыҙ. Ведомство республика башланғыстарын ҡарарға һәр саҡ әҙер, уларҙың күптәре эшкә ҡабул ителгән дә инде, тип белдерҙе министр. Мәҫәлән, Рәсәй Иҡтисад үҫеш министрлығы республикала пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу буйынса ла эште хупланы. РФ Иҡтисад үҫеш министрлығы менән мөмкин тиклем ҡыҫҡа бәйләнеш режимында хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ, — ти Андрей Назаров. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: