СВО-лағы һалдаттарҙың ҡайтыуы һәр кемебеҙ өсөн сикһеҙ ҡыуаныс. «Юшатыр» гәзите Күмертауҙан бер ғаиләнең шатлығын уртаҡлашҡан.
Яҡындары һәм туғандары һалдатты ҡаршылау өсөн ентекле әҙерләнгән. Плакаттар төшөрөп, шарҙар өрөп, һыйлы табындар ҡороп ҡаршы аландар.
- Быларҙы күреп, туғаным аптырап ҡалды, уны шулай ҙурлауыбыҙға ҡыуанды. Улы Данил, ҡыҙы Самина аталарының эргәһенән китмәй, бәләкәстәр шул тиклем ҡыуанды. Улар ғына түгел, үҙебеҙең дә шатлыҡтан түбәбеҙ күккә тейҙе, кире оҙатҡанда ғына ауыр булып тормаһа. Туғанымды ҡаршы алырға дуҫтары ла килде. Подъезда йәшәгән күршеләре лә был саранан ситтә ҡалманылар, уларға ҙур рәхмәт. Оҙатҡанда ла ҙур ярҙам күрһәттеләр, әле ҡайтырын ишеткәс тә күрше инәй-бабайҙар күстейҙәр кереттеләр, инеп хәл белешеп сыҡтылар, - тип һөйләй мобилизацияланған һалдаттың туғаны.