+31 °С
Ясно


Бында улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Мемориаль комплекс 11 октябрҙә - Башҡортостан Республикаһы көнөндә асылғайны. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирына, уның күренекле атлыларына һәм Ватанды һаҡлаусыларына арналған. Уның авторы - скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.