Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 21:01

Радий Хәбиров менән Морат Кумпилов «Өфө» индустриаль паркы майҙансыҡтарында булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Адыгея Башлығы Морат Кумпилов «Өфө» индустриаль паркында булды. 

Радий Хәбиров менән Морат Кумпилов «Өфө» индустриаль паркы майҙансыҡтарында булды
Радий Хәбиров менән Морат Кумпилов «Өфө» индустриаль паркы майҙансыҡтарында булды

Бында улар өҫтөнлөклө майҙансыҡ резиденттарының проекттары менән танышты. Белоруссияның «АМКОДОР» холдингы майҙансығында игенде эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың сентябрендә Беларусь премьер-министры Роман Головченко һәм республика Башлығы Радий Хәбиров ошо күләмле проектҡа старт бирҙе. Индустриаль парктың резиденты - «АМКОДОР-Ағиҙел» предприятиеһы - иген, ҡуҙаҡлы иген, ярма һәм май культураларын урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн иген таҙартыу-киптереү комплекстары сығарасаҡ. Төҙөүселәр төп производство корпусын монтажлауҙы тамамлай. Заводты әлеге йылдың йәйендә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында асыу күҙаллана. Яңы производствола 320 кеше эшләйәсәк.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: