Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 11:25

Максим Решетников һәм Радий Хәбиров «ОДК-УМПО»ның етештереү майҙансыҡтарында булды

Өфөлә Рәсәйҙең Иҡтисад үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ОДК-УМПО» предприятиеһында булды. Был илдә газ турбинаһы двигателдәрен етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе.

Максим Решетников һәм Радий Хәбиров «ОДК-УМПО»ның етештереү майҙансыҡтарында булды
Максим Решетников һәм Радий Хәбиров «ОДК-УМПО»ның етештереү майҙансыҡтарында булды

Моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры Евгений Хемивеличенко һөйләүенсә, предприятиела  25 меңдән ашыу кеше эшләй. Улар «Су», «Миг» самолёттары өсөн энергия ҡулайламалары, шулай уҡ «МС-21» граждандар уртаса магистраль авиалайнеры, газ ҡыуыу агрегаттары өсөн приводтар, вертолет двигателдәре етештерә.

Максим Решетников менән Радий Хәбиров авиация һәм индустриаль двигателдәрҙе тулыһынса йыйыу цехын ҡараны. Изделиеларҙы юғары квалификациялы слесарь-йыйыусылар йыя.

Рәсәйҙең Иҡтисад үҫеш министры һәм республика Башлығы төрлө режимда двигателдәрҙең эшен көйләү һәм тикшереү алып барылған һынау цехында булды.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: