Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 10:33

Максим Решетников һәм Радий Хәбиров «Өфө» индустриаль паркы майҙансыҡтарында булды

Рәсәйҙең Иҡтисад үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өфө» индустриаль паркында булды, унда өҫтөнлөклө майҙансыҡ резиденттарының проекттары менән танышты.

Максим Решетников һәм Радий Хәбиров «Өфө» индустриаль паркы майҙансыҡтарында булды
Максим Решетников һәм Радий Хәбиров «Өфө» индустриаль паркы майҙансыҡтарында булды

Индустриаль парк 2014 йылда Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә 13,6 гектар территорияла булдырылған. Был дөйөм майҙаны 76 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән төҙөкләндерелгән етештереү, келәт, сауҙа һәм офис биналары менән биналар һәм ҡоролмалар комплексы. Бында 18 резидент эшләй, улар дөйөм алғанда 1,6 мең эш урыны булдырған.

Белоруссияның «АМКОДОР» холдингы майҙансығында игенде эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың сентябрендә Беларусь премьер-министры Роман Головченко һәм республика Башлығы Радий Хәбиров ошо күләмле проектҡа старт бирҙе.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы директоры Наил Ғәббәсов сәфәре барышында яңы предприятиеға индустриаль парк резиденттарына ҡаралған өҫтөнлөктәр биреләсәге хаҡында һөйләне. Бынан тыш, республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды льготалы займ алыуҙа ярҙам күрһәтәсәк. Производствоны 2023 йылдың йәйендә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында асыу күҙаллана, тип билдәләне Радий Хәбиров.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: