Кәңәшмә алдынан Максим Решетников һәм Радий Хәбиров индустриаль парк резиденттарының майҙансыҡтарында булды, шулай уҡ 2021 йылдың декабрендә асылған 20 мең квадрат метр майҙанлы етештереү комплексының мөмкинлектәре менән танышты. Яңы бинала тәүге резидент - ауыл хужалығы объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау, шулай уҡ иген таҙартыу ҡорамалдарын етештереү менән шөғөлләнгән «Артагро» предприятиеһы. Бынан тыш, комплекс майҙансығында Белоруссияның «АМКОДОР» машиналар эшләү холдингы һәм «Россильбер» химия компанияһы сығарылған продукция өлгөләрен тәҡдим итте.
Фото: Т. АМАНОВ.