Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 23:26

"Үҙебеҙҙә индереү өсөн эшегеҙҙе мотлаҡ өйрәнәсәкбеҙ"

Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Адыгея Башлығы Морат Кумпилов Башҡортостан Республикаһы идаралығы үҙәгендә булды.

"Үҙебеҙҙә индереү өсөн эшегеҙҙе мотлаҡ өйрәнәсәкбеҙ"
"Үҙебеҙҙә индереү өсөн эшегеҙҙе мотлаҡ өйрәнәсәкбеҙ"

Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләүенсә, Рәсәйҙең башҡа ЦУР-ҙары өсөн ғәҙәти - кире бәйләнеш һәм мәғлүмәт йүнәлештәренән тыш, Башҡортостанда иҡтисади аналитика блогы бар. Уның бурыстары иҫәбендә — мөһим проекттар менән идара итеү, объекттар буйынса «юл карталары» сроктарын үтәүҙе күҙәтеүҙә тотоу. Республиканың Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә йүнәлешле министрлыҡтар һәм ведомстволар 19 йүнәлеш буйынса 85 тематик панель әҙерләгән. Мәғлүмәттәр базаһында мәғлүмәттәрҙе системалы файҙаланырға һәм идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Республиканың беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ЦУР-ҙа тармаҡтар, ҡалалар һәм райондар буйынса ғәмәлгә ашырылған проекттар һаны, шулай уҡ яңы эш урындары, льготалар һәм дәүләт ярҙамы саралары, бизнес-шерифтар эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт тупланыуы хаҡында һөйләне. Адыгея Башлығы халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төбәктәр менән идара итеү үҙәктәренең әһәмиәтле роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәгенең үҙенсәлектәрен билдәләне. — Үҙебеҙҙә индереү өсөн эшегеҙҙе мотлаҡ өйрәнәсәкбеҙ, — тине Морат Кумпилов.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: