Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 12:14

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде

Республика менән идара итеү үҙәгендә Рәсәйҙең Иҡтисад үҫеш министры Максим Решетников менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы булды. Төбәк етәксеһе берлектәге һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде

- Хөрмәтле Максим Геннадьевич! Республикаға килеү мөмкинлеген тапҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Эш программаһы буйынса үҫеш нөктәләрен күрһәтергә, берлектә хәл итеүҙе талап иткән көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарарға тырыштыҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙҙә Рәсәйҙең иҡтисад үҫеш министрлығы командаһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырылыуы мөһим һәм беҙ төбәк үҫешенә булышлыҡ иткән киң механизмдар инструментарийы өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Уларҙы мөмкин тиклем файҙаланырға тырышабыҙ.

Рәсәйҙең иҡтисад үҫеш министры төбәк властарының төп тармаҡтарҙа тотороҡлоҡто тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: