Рәсәйҙең башҡа ике ЦУР-ы - кире бәйләнеш һәм мәғлүмәт йүнәлешенә Башҡортостанда иҡтисади аналитика блогы бар. Уның бурыстары иҫәбендә - мөһим проекттар менән идара итеү, объекттар буйынса «юл карталары» сроктарын үтәүҙе күҙәтеүҙә тотоу.
Максим Решетниковҡа халыҡтың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәре менән эшләү үҙенсәлектәре хаҡында ла һөйләнеләр. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү үҙәгендә уларға яуап биреүҙән тыш, анализ яһайҙар, сағыштыралар һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса йомғаҡлау тәҡдимдәре менән министрлыҡ һәм ведомстволарҙағы кәңәшмәләр кимәленә сығалар. Кәрәк икән, төп ҡарарҙарҙы протоколға индереү менән ведомство-ара эш итеүҙе ойошторалар.
Фото: Т. АМАНОВ.