Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 23:02

Башҡортостан менән Адыгея араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Адыгея Башлығы Морат Кумпилов ике республика араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан менән Адыгея араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө
Башҡортостан менән Адыгея араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Документ Хөкүмәт кимәлендә төбәк-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтеүҙе, шулай уҡ берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға, мәҙәни һәм туристик алмашыуға булышлыҡ итеүҙе, төрлө мәсьәләләрҙә методик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Радий Хәбиров менән Морат Кумпилов ике яҡлы диалог барышында хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен дә тикшерҙе. Артабан делегациялар киңәйтелгән составта тәҡдимдәр менән алмашты.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: