Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 22:36

Бөтә мәктәп менән окоп шәмдәре эшләгәндәр!

Өфө районының Жуков ауылы мәктәбенә, афарин!

Бөтә мәктәп менән мобилизацияланған һалдаттарға окоп шәмдәре эшләгәндәр!
Бөтә мәктәп менән мобилизацияланған һалдаттарға окоп шәмдәре эшләгәндәр!

Бөгөн патриотик тәрби айырыуса мөһим. Ошо маҡсатта Өфө районының «Уңыш» Жуково ауылы мәктәбе лә «Блиндаж шәме» патриотик акцияһына ҡушылған. Акция махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Һалдаттар бындай шәмдәр ярҙамында аяҡ кейемен киптерергә, ашамлыҡтарҙы йылытып алырға мөмкин. Ә котелок ни бары 15 минутта ҡайнап сығасаҡ.

Жуков ауылы мәктәбендә һәр уҡыусы, бөтә ауыл халҡы белем усағына консерва банкалары, картон килтергән. 10-сы «А», 8-се «А» һәм 11-се «А» кластарының ата-әсәләр комитеты хужалыҡ шәмдәре һатып алған. Ауыл ағинәйҙәре үҙҙәренең ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә акцияға дәррәү ҡушылған.

Акцияны үткәреү тәҡдиме менән Татьяна Владимировна Филатова, хеҙмәт һәм сит телдәр уҡытыусыһы Айһылыу Юныс ҡыҙы Байдәүләтова сығыш яһаған. Мәктәп директор Ирина Владимировна Камалдинова изге эште хуплап, акция дауамында әүҙем ярҙам иткән. Ә Жуков ауыл биләмәһе башлығы Ким Сергеевич Черныхов балалар менән бергә шәмдәр эшләгән. 

Блиндаж шәмдәре 15 февралдә Өфө районынан гуманитар улыу менән бергә СВО биләмәһенә ебәреләсәк. 

Жуков ауылы мәктәбе коллективы акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтен белдерә һәм башҡа уҡыу йорттарында сарала ҡатнашырға саҡыра.

Бөтә мәктәп менән мобилизацияланған һалдаттарға окоп шәмдәре эшләгәндәр!
Бөтә мәктәп менән мобилизацияланған һалдаттарға окоп шәмдәре эшләгәндәр!
Бөтә мәктәп менән мобилизацияланған һалдаттарға окоп шәмдәре эшләгәндәр!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: