

Бөгөн Башҡортостанда Адыгей башлығы Морат Күмпилов һәм ошо республика делегацияһы менән эшләйбеҙ. Индустриаль парктар, технопарктар төҙөү тәжрибәһе хаҡында һөйләйбеҙ, Адыгей Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында тауар әйләнешен киңәйтеүҙе тикшерәбеҙ. Беҙ улар һәм беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булған нәмәләрҙе мотлаҡ табырбыҙ, — тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.