Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 17:17

Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Ял көндәрендә республикабыҙҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Аҙыҡ-түлек майҙансыҡтарында ҡала һәм район халҡы тәбиғи аҙыҡ-түлек - һөт, бал, ит, йәшелсә һәм башҡа әйберҙәр һатып алырға мөмкин.

Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә
Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Был көндәрҙә барлығы 28 муниципалитетта йәрминкәләр үтә, 38 сауҙа майҙансығы ойошторолған, шуларҙың дүртәүһе - Өфөлә.

«Бындай йәрминкәләрҙе даими ойошторабыҙ. Был һатыусылар һәм һатып алыусылар өсөн дә мөһим. Беренсеһе өсөн - ул гарантияланған һатыу нөктәһе, шуға күрә - күберәк продукция етештереүҙе дәртләндереү. Икенсеһе өсөн - фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлекте һатып алыу мөмкинлеге. Бынан тыш, йәрминкәләр продукцияны һатыуға өҫтәмә сығымдар булмауы иҫәбенә һатып алыусылар өсөн хаҡты ярайһы уҡ төшөрөргә мөмкинлек бирә», - тип билдәләйҙәр Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

               

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: