Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 14:17

Радий Хәбиров социаль-әһәмиәтле проекттар хаҡында ла һөйләне

Илеш районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың көнсығышында урынлашҡан райондарҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән зона кәңәшмәһе үткәрҙе. Көн тәртибенә биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре сығарылды.  

Радий Хәбиров социаль-әһәмиәтле проекттар хаҡында ла һөйләне
Радий Хәбиров социаль-әһәмиәтле проекттар хаҡында ла һөйләне

Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре, шулай уҡ Баҡалы, Бүздәк, Илеш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондарының ауыл советтары башлыҡтары – барлығы 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Кәңәшмә башланыр алдынан төбәк етәксеһе урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса һатып алынған муниципаль техника, шулай уҡ урындағы фермерҙар продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны.

Кәңәшмәлә сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы заманса саҡырыуҙар шарттарында берлектәге эш өсөн ауыл биләмәләре етәкселәренә рәхмәт әйтте.

 – Эшләгән йылдарыбыҙ еңелдән булманы. Беҙ коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштек, Ватанды һаҡлаусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ. Ошо ҙур эшегеҙ өсөн һәр берегеҙгә рәхмәт белдерәм. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алам, махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләре тураһында даими хәстәрлек күрергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы урындағы власть органдары алдында торған мөһим бурыстарҙы билдәләне. Тиҙҙән ҙур сәйәси ваҡиғалар буласаҡ, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы ҡоролтайға һәм 700-ҙән ашыу ауыл советына һайлау уҙғарыла. Ә 2024 йылда Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлауҙар көтөлә.

Төбәк етәксеһе тәү сиратта ауыл биләмәләренә йүнәлтелгән социаль әһәмиәтле проекттарға ярҙам итеү хаҡында ла һөйләне.

- Муниципалитеттарыбыҙҙың тигеҙ үҫешен тәьмин итергә тырышабыҙ. Быйыл урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһын финанслауҙы 200 миллион һумға арттырҙыҡ. «Атайсал» республика проекты үҙен яҡшы күрһәтте. Ул ижтимағи башланғыс булараҡ старт алды, әммә беҙ, асылда, уны дәүләт кимәлендә ойошторҙоҡ. Был проект буйынса бик күп ауылдар етди ярҙам ала. Дөйөм алғанда, ул 1 миллиард һумдан ашыу. 2023 йылды беҙ Кесе Ватаныбыҙ өсөн Файҙалы эштәр йылы тип иғлан иттек, - тине Радий Хәбиров.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: