

Яҡташыбыҙ, блогер Рөстәм Нәбиев Business FM радиостанцияһына интервьюһында ошо хаҡта һөйләгән.
- Тауҙарға артылыуҙы әлегә туҡтатып торам. Был тәнәфес күпме дауам итер, әлегә билдәһеҙ. Ике-өс йыл. Быйыл Эвересҡа күтәрелергә тейеш инек, әммә һаулығым ҡаҡшағандан-ҡаҡшауын тоям. Мин үҙемде тауҙарға арнаным. Һәр тау минең өсөн ҙур хеҙмәт менән бирелә.
Бынан алда Рөстәм Нәбиев өс операция яһатырға кәрәклеген белдергәйне.
- Был ялды мин үҙемә, үҙемде һәм шәхси үҫтереүгә арнарға теләйем. Рөстәм Нәбиев - ул бренд. Хәҙер мин билдәле оратор Ник Вучич кеүек сәхнәлә сығыш яһарға ниәтләйем. Тағы ла бер бәләкәй генә маҡсатым – үҙемдең йырымды яҙҙырырға әҙерләнәм. Бәлки, һеҙ минең сәхнәлә йырлауымды күрерһегеҙ, - тип хыялдары хаҡында блогер.
Уңыштар теләйбеҙ!