Пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереүселәр өсөн сеймал һәм комплектлаусы изделиелар һатып алыуға гранттар биреү механизмдары әҙерләнә, һәм быйыл уҡ ошо маҡсатҡа 190 миллион һум ҡаралған. Төбәктә пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереүселәр бар, улар төбәк фонды иҫәбенә әйләнештәге аҡсаларын тулыландыра ала.
«Беҙҙең ҙур ярҙамсы - Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге. Беҙ уны өсөнсө көрсөккә ҡаршы саралар пакеты буйынса ойошторҙоҡ. Һәм был дөрөҫ ҡарар булған. 2022 йылда Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостандың 120 уйлап табыусыһына 328 миллион һумға ярҙам күрһәтте», - ти республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев.
Фото: Т. АМАНОВ.