Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышындағы был лагерҙы ла ҡараны.
- Яңы бинала йыл әйләнәһенә йәшәргә мөмкин, - тип билдәләне Илеш районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Рамазанов. - Шулай уҡ беҙ йөҙөү бассейнын яңырттыҡ һәм биләмәне төҙөкләндерҙек.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың ноябрендә лагерҙа булғанда Радий Хәбиров ҡышҡы осорҙа программаның йөкмәткеһен яҡшылап уйларға ҡушҡайны. Лагерҙа төрлө йүнәлештәге, шул иҫәптән физкультура-спорт, интеллектуаль, художество, музыкаль, хәрби-патриотик сменалар ҡаралған. Дәрестәр үткәреү өсөн төбәктең мәктәп һәм юғары уҡыу йорттарының, шулай уҡ «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең алдынғы уҡытыусылары йәлеп ителде. Уҡыусыларҙы олимпиадаларҙа ҡатнашыуға әҙерләйҙәр, инглиз теленә өйрәтәләр.
Лагерь директоры Азамат Минғазов әйтеүенсә, уҙған йәйге миҙгелдә бында 1 150 бала, шул иҫәптән Луганск Халыҡ Республикаһынан 300 бала ял иткән. Быйыл «Орлёнок» үҙәгенә Донецк Халыҡ Республикаһынан балалар ял итергә килә.
«Балалар һәм йәштәрҙең ялы һәм уларҙы сәләмәтләндереү өсөн шарттар булдырыу» федераль проекты буйынса быйыл лагерь биләмәһендә 50 урынлыҡ ике тиҙ төҙөлгән корпус ҡуйыласаҡ, ә Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында яңы ашхана төҙөләсәк һәм уҡыу корпусы яңыртыласаҡ. Әлеге йылдың 1 июненән «Орлёнок» йыл әйләнәһенә эшләй башлай.
Фото: Т. АМАНОВ.