Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 08:45

«Мирас» ансамбле яңы программа менән сығыш яһай

Уларҙың яңы концерт-театрлаштырылған программаһы Рәсәй ҡалаларында күрһәтеләсәк.

«Мирас» ансамбле яңы программа менән сығыш яһай
«Мирас» ансамбле яңы программа менән сығыш яһай

«Мирас» йыр һәм бейеү ансамбленең концерттары Өфөлә 9 – 10 февралдә үтте. Коллектив Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына «Хазина» тигән концерт-театрлаштырылған тамаша әҙерләгән.

«Беҙ республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән субсидиялар формаһында Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға конкурста ҡатнашыуға ғариза бирҙек. Конкурсты ойоштороусы - Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды. Грант биреү тураһында ҡарар үткән йылдың йәйендә сыҡты, хәҙер «Мирас» күләмле проектты тормошҡа ашыра», - тип һөйләнеләр.

Проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикалағы берҙән-бер йыр һәм бейеү ансамбле үҙ репертуарынан халыҡ мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөн, мәҙәниәттәр, диндәр һәм телдәр хазинаһын сағылдырған иң яҡшы номерҙар күрһәтәсәк. Коллективтың номерҙары төрлө милләт дуҫ һәм татыу йәшәгән хәҙерге Башҡортостанды һынландыра.

Концерттың тәүге бүлеген «Илкәйем» вокаль-хореография композицияһы аса. Был номер «Төньяҡ амурҙары» булараҡ тарихҡа ингән яугир-еңеүселәрҙе данлай, ә «Дунай» башҡорт халыҡ йырында Тыуған илде уйлап, һағыныу яратҡан ҡыҙ образы аша тапшырыла. Беҙҙең ҡунаҡсыл төбәк «Башҡорт балы» йыр-бейеү композицияһында ла сағылыш тапты, «Аманат» бейеүендә бейеүсе Хәлил Ишбирҙин башҡорт егеттәре бейеүендә Ватанды һаҡлаусыларҙы күрһәтә.

Кисәнең икенсе бүлеге рус номерҙарынан башлана: «Русские узоры» бейеүе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Алена Завьялова башҡарыуында «Әсә - ерем минең» йыры. Балет артистары барыһына ла яратып өлгөргән «Диңгеҙ буйында» ғәҙәти булмаған ительмен бейеүен, «Аҡ ҡайындар» ҡаҙаҡ композицияһын күрһәтә.

Ансамбль репертуары шул тиклем киң һәм күп яҡлы, ул Рәсәй халыҡтарының ғына түгел, башҡа илдәрҙең дә мәҙәниәтен үҙ эсенә ала. Республиканың башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеге йыш ҡына «Мирас» ансамбленең саҡырылған хореографтар менән дуҫлашыу мөмкинлегенә әүерелә. Атап әйткәндә, коллектив репертуарында төрөк бейеүе «Силифке», Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илшат Шәйхуллин башҡарған итальян йыры барлыҡҡа килде.

Концертта шулай уҡ ансамблдең солистары: Зәлиә Нурлы, Ләйсән Мөхәмәтова, Юлай Касимов, Юнир Һағынбаев һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәлиә Ғәниәтуллина сығыш яһай. Кисә «Салауатҡа дан!» героик вокал-хореография композицияһы менән тамамлана.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас